Ғәҙәти эш көнөндә телефон шылтыраны. Үҙемдеке түгел, эштеке. Телефонды алыуым булды: “Әсәй, мин аварияға эләктем! Дауаханаламын! Хәлем ауыр...” – тип буҫлығып илаған ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеп, аптырап ҡалдым. Русса өндәшкәс, мин дә рус телендә һорайым: - Кем был? Кем? - Мин әсәй, мин бит һуң!.. – теге остағы кеше һөйләнә-һөйләнә илауын, ыңғырашыуын дауам итте. Бер-ике секундта башымдан йөҙ төрлө уй үтте. Ҡыҙҙарымдың тауышына оҡшамаған. Башҡортсалап һорайым: - Нимә булды? Кем ул һин? Аңлатып һөйлә әле... - Русса әйт. Беләһең дә инде, мин аңламайым!.. Башҡа шик төштө, сөнки балаларым башҡортса аңлай ҙа, һөйләшә лә. “Мутлашыусылар, тимәк”, - тип уйлайым, шулай ҙа, бәлки, берәйһе ысынлап ауыр хәлгә ҡалғандыр ҙа, әсәһенә шылтыратам тип, яңылыш ошо номерҙы йыйғандыр. - Һеҙ яңылыш шылтыратаһығыҙ, ахыры. Кем икәнегеҙҙе әйтегеҙ. Кәрәкһә, ярҙам итергә тырышырбыҙ. Был редакция, - тип әйтеүем булды, “шап” итеп телефонды һалып та ҡуйҙылар. Ошондай мутлыҡ осраҡтары тураһында әллә күпме яҙһаҡ та, хәйл