Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғалимдар “аҡыллы” юлдар технологияһын булдыра

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты - Фән һәм техногиялар университетының йәш ғалимдары “аҡыллы” инфраструктура һәм автомобилдәр араһында энергия яғынан һөҙөмтәле бәйләнеште тәьмин итеү өсөн технологиялар һәм алгоритмдар булдыра. Был эш “Фән һәм университеттар” милли проекты (национальный проект “Наука и университеты”) маҡсатына ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы. Был эштәр автомобилдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше өсөн махсус программа булдырырға ярҙам итә. Шулай уҡ ул трассалағы хәлдәр, юлдар сифаты тураһында мәғлүмәттәр туплай ала. Был иһә автомобиль йөрөтөү хәүефһеҙлеген арттырасаҡ, яңы кимәлдә машиналар ағымы менән идара итергә мөмкинлек бирәсәк, магистралдәр һәм автомобилдәр механизмының туҙыуын кәметергә ярҙам итәсәк. Өфө ғалимдары үҙенсәлекле адаптив антенналар системаһының прототибын булдырған, ул машиналарға үҙ-ара мәғлүмәт менән арашырға юл аса. Шулай уҡ транспорт сараларының программа детекторы машиналарҙың тиҙлеген һәм координаттарын билдәләргә мөмкинлек бирә. “Артабан төбәктең профиль тармағының әйҙәүсе компаниялары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләйәсәкбеҙ. Һөҙөмтәле партнерлыҡ булдырырға тырышабыҙ, был иһә беҙҙең ҡарарҙарҙың сифатын яҡшыртырға, уларҙы тормошҡа ашырыу процесын тиҙләтергә ярҙам итә”, - ти проект етәксеһе, техник фәндәр кандидаты Елизавета Грахова. “Фән һәм университеттар” милли проектының төп маҡсаты – өҫтөнлөклө өлкәләрҙә эшләнмәләр буйынса Рәсәйҙе тәүге бишәү донъя лидерҙары рәтенә сығарыу. Ғалимдарға беҙҙең илдә йәшәүе һәм эшләүе уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырыла, шулай уҡ йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башинформ”.