Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы аппараттың файҙаһы ҙур

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына заманса электрокоагулятор килде, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңы аппарат “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһы ярҙамында алынды. FT 10 электрокоагуляторы – Valleylab компанияһының иң яңы генераторы. Ул “Энергетика платформаһы” тип позициялана, йәғни төрлө генераторҙарҙың өҫтөнлөктәрен берләштерә. Генераторҙың электрохирургик тәьҫиренең уникаль нигеҙе булып TissueFect туҡымаһының электр параметрҙарын күҙәтеү технологияһы тора. Ҡорамал биологик туҡымаларға юғары йышлыҡтағы электр тогы менән тәьҫир итә. Уның ярҙамында бер үк ваҡытта эргәләге туҡымаларҙы эшкәртеп, хирургик ҡырҡыуҙар эшләргә мөмкин. Ул иһә, үҙ сиратында, ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡан ағыуҙы кәметергә һәм ҡанауҙы коагуляция (ҡушыу) юлы менән туҡтатырға мөмкинлек бирә. – Яҡшы йыһазландырылған операция бүлмәһе – ул бик әһәмиәтле аспект. Мотлаҡ һәм мөһим аппараттарҙың береһе булып электрокоагуляция аппараты тора. Заманса аппаратура төрлө режимда һәм төрлө органдарҙа оператив рәүештә нимәлер башҡарырға, операцияға интраоперацион ҡан китеүҙе ваҡытлыса һәм тулыһынса туҡтатырға, хирургҡа йәшәү өсөн мөһим анатомик структураларға зыян килтереү хәүефен булдырмайынса эшләргә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне абдоминаль онкология бүлеге мөдире Никита Кузнецов. 2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда ете һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөү, туғыҙ медицина ойошмаһы объектын капиталь ремонтлау, 130-ҙан ашыу тиҙ төҙөлә торған модуль конструкциялар һатып алыу һәм ҡуйыу, дүрт меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һәм 206 берәмек автотранспорт һатып алыу планлаштырыла. Билдәле булыуынса, "Һаулыҡ һаҡлау" (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: health.bashkortostan.ru