Үткән тәүлектә республика халҡы уғрыларға 12 миллион һумға яҡын аҡса күсергән. Мутлашыусыларҙың тоҙағына Татарстандан 41 йәшлек ир эләккән. Ул таксиҙа шәхси ташыу менән шөғөлләнә. 23 сентябрь иртән зыян күреүсегә махсус ҡушымтала Яр Саллы ҡалаһынан Өфөгә тиклем пассажир алып барыу өсөн заказ килә. Ир пассажирҙы ҡаршы ала. Шул ваҡыт енәйәтсе Башҡортостанға барғас, уға кире Татарстанға ҡайтырға кәрәклеген белдерә һәм ҡушымталағы заказдан баш тартырға тәҡдим итеп, аҡсаны икенсе юл менән түләргә күндерә. Водитель ризалаша һәм шул ваҡыт уғры мутлашыу схемаһына күсә. Тәүҙә ул картаһынан аҡса сығарғанда һалым түләүҙән ҡасыр өсөн, иҫәбендә билдәле бер сумманың булырға тейешлеген һөйләй. Бының өсөн ул водителдән 30 мең һум аҡса күсереүҙе һорай, шулай уҡ сумманы күберәк ҡайтарырмын тип вәғәҙәләргә лә онотмай. Водитель аҡсаны күсергәс, енәйәтсе таксисҡа кире 500 мең һум күсереүе тураһында яһалма скринды күрһәтә. Мутлашыусы бының менән ғына туҡтап ҡалмай. Ул водителгә интернет-биржаһындағы иҫәбен
Таксиҙа эшләгән водителде төп башына ултыртҡандар!
24 сентября 202424 сен 2024
2 мин