Найти тему
Башҡортостан гәзите

“IBA чемпиондар төнө” үткәрелә

17 – 19 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында ХII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы була. Ул пленар, эшлекле, күргәҙмә, мәҙәни, спорт өлөштәренән торасаҡ. “Рәсәй – спорт иле” халҡ-ара спорт форумы йола буйынса Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үткәрелә. 2024 йылда форум Өфөлә була. Быйыл Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтары төрлө сараларҙа ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең тағы бер төбәге менән танышасаҡ”, - тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермдә үткәрелгән спорт форумында. 17 октябрҙә Өфөләге халыҡ-ара спорт форумы барышында һөнәри бокс кисе – “IBA чемпиондар төнө” үткәрелә. “Өфө-Арена”ла Рәсәй һәм сит илдәр боксерҙары ҡатнашлығында алты сағыу алыш була. Сара Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы (IBA), Iron&Gloves Promotions и Dynamo Boxing Promotions тарафынан Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Спорт министрлыҡтары, Рәсәй Бокс федерацияһы тарафынан ойошторола. -Башҡортостанда балалар, үҫмерҙәр һәм юғары ҡаҙаныштар спорты үҫеше өсөн шарттар булдырыу буйынса планлы эш бара.Бөгөн спорттың был мауыҡтырғыс төрө менән туғыҙ меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Республика спортсылары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә, Өфөлә Бокс прогрессы үҙәге төҙөлөшө дауам итә. “IBA чемпиондар төнө”нөң сираттағы турнирының үткәрелеүе Башҡортостанда бокстың популярлығының артыуын күрһәтә. Сара юғары кимәлдә үтер тип ышанам, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, республиканың Бокс федерацияһы президенты Андрей Назаров. Төп алышта Башҡортостандан Артур Собханғолов (6-0, КО 4) Ҡытайҙан WBC Asia Wensong Liu чемпионы менән осраша. Был WBC версияһы буйынса Азия чемпион титулын яулау була. 17 октябрҙә Башҡортостандан тағы бер боксер – Данис Ғабдрафиҡов та үҙ көсөн һынай. Ул Грузиянан чемпион менән осраша. Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы, БРИКС-2024 уйындары еңеүсеһе, Боливариан АЛБА-2023 уйындары чемпионы Азалия Әминева Һиндостан чемпионы Raj Sahiba менән икенсе алышын үткәрә. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/25030/