Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу хөрмәтенә

-2
-3
-4

Республикабыҙ йәмәғәтселеге милли һүҙ сәнғәтебеҙҙең иң күренекле вәкилдәренең береһе - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы киң билдәләп үтергә йыйына.
Ошо уңай менән Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейы хеҙмәткәрҙәре бөйөк шағирыбыҙҙың автографлы китаптарынан, төрлө йылдарҙа уның менән бергәләп төшкән фотографияларҙан, башҡа иҫтәлекле яҙмаларҙан, экспонаттарҙан күргәҙмә ойоштора.
Музейыбыҙҙың барлыҡ дуҫтарына, М. Кәрим менән күрешеп, аралашып йәшәп, уның автографын алыу бәхетенә ирешкән ҡәләм оҫталарына, ябай китап уҡыусыларға ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: кемдәрҙең халыҡ шағирының автографлы китаптары йәки бергәләп төшкән фотоһүрәттәре бар, шуларҙы ваҡытлыса беҙҙең күргәҙмәгә бирер тороғоҙ әле, зинһар өсөн, ә?Ҡурҡмағыҙ, был ҡәҙерле ҡомартҡығыҙ, һис бер зыян күрмәйенсә, оҙаҡҡа һуҙмай ғына үҙегеҙгә кире ҡайтарып биреләсәк, әлбиттә! 🙏
📚Күргәҙмәне асыу яҡынса 17 октябргә билдәләнгән. Беҙҙең төркөм яңылыҡтарын күҙәтеп барығыҙ: асылыу датаһы һәм ваҡыты асыҡ күрһәтелгән афиша саҡ ҡына һуңғараҡ буласаҡ.
💞ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР! АҒАЙ - ЭНЕ, ЙӘМӘҒӘТ! ӘЙҘӘГЕҘ, МОСТАЙЛЫ САҒЫБЫҘҘЫ БЕРГӘЛӘП ХӘТЕРГӘ АЛАЙЫҠ!
🍁🧕Барығыҙға ла хөрмәт һәм үтенес менән Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт - музейы мөдире Ғ.М. Бүләкова.

#МДММажитаГафури
#филиалНЛМРБ
#нашивыставки
#105летсоднярожднияМустаяКарима