Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иғтибар! Юл йөрөгән өсөн яңыса түләү

Ҡайһы ғына яңылыҡты алма, ниндәй генә проект тураһында һүҙ йөрөтмә, Башҡортостан Рәсәйҙә һәр ваҡыт алдынғы. Ҡала транспортында юл йөрөү өсөн яңы алымды индереү шуға асыҡ миҫал. Ошо уңайҙан "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһында хәбәрселәр өсөн "Башҡортостанда йәмәғәт транспортында юл йөрөгән өсөн яңы түләү алымын (Qr-код) индереү" тигән тема буйынса матбуғат конференцияһы ойошторолдо. – Транспорт реформаһына тотоноу менән, ә ул 2018 йылда башланды, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ индерәбеҙ, – тип башланы һүҙен "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Сәмиев. – Юл өсөн түләү үҙгәрҙе, әле лә үҙгәреп тора. Иң мөһиме, беҙ пассажирҙың үтенесе нигеҙендә үҙгәрештәр индерәбеҙ, уларҙың бер һорауы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Надир Сәлимйән улының һүҙҙәренә ҡарағанда, Qr-код буйынса түләүҙә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Кешеләр магазинда кәрәк-яраҡ һатып алғанда Qr-код алымы менән иҫәпләшә икән, ниңә уны автобустарҙа ла ҡулланмаҫҡа? Шуныһы, иҫәпләшеүҙең яңы алымы (быйыл 10 октябрҙә башлана һәм йыл аҙағынаса дауам итә) Өфө эсендә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндергән автобустарға ғына ҡағыла, ә инде артабан республикабыҙҙың бер нисә ҡалаһына таратыласаҡ. Мәҫәлән, берәй кеше автобусҡа, троллейбусҡа йәки трамвайға инде, ти. Ул кеҫә телефонын, банк картаһын йәки транспорт картаһын ҡулына алып (әлбиттә, тиҙ түләй торған система ҡушымтаһы кәрәк), автобустың ишегенә һәм тәҙрәләренә беркетелгән Qr-кодҡа яҡынайтып юл хаҡы өсөн еңел генә түләй. Йәки салондың артҡы өлөшөндә торғандарға этешә-төртөшә алға – иғтибарын ситкә йәлеп итеп водителдең эргәһенә килергә кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта кондукторҙа ла Qr-код табличкаһы була. Юл хаҡы 13 һумға арзан. Икенсе төрлө әйткәндәй, ҡала транспортында юл хаҡы бөгөн 41 һум торһа, пассажир кеҫәһенән ни бары 28 һум аҡса түләйәсәк. Матбуғат конференцияһында "Алға" картаһы тураһында ла һөйләнеләр. Фото: Илдар Аҡъюлов.