5 октябрь – Уҡытыусылар көнө айҡанлы ойошторған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәге методисы Зөбәржәт Хафизова тураһында һүҙебеҙ. Зөбәржәт Ришат ҡыҙы Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында тыуып үҫкән, 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1998 йылда, уҡып бөткәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшкә ҡала. – Уҡытыусы һөнәренә килеүем тыуғандан уҡ билдәләнгән булған. Атайым һәм әсәйем башланғыс класта уларҙы уҡытҡан уҡытыусыны шул тиклем яратҡан, хатта иң беренсе бала булып ғаиләлә мин тыуғас, уның хөрмәтенә Зөбәржәт тип исем ҡушҡандар. Атайым мәрхүм булғансы Зөбәржәт апайҙы онотманы, һуғым мәлендә – ит, көҙөн картуф, сөгөлдөр, кишер, һуған кеүек күстәнәстәр илтер ине. Шул хөрмәт, моғайын, миңә ҡан аша бирелгәндер, – ти Зөбәржәт Ришат ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлауы тураһында. Әлбиттә, был һайлауға уҡытыусылары ла ҙур йоғонто яһай. – Түбәнге Әрмет мәктәбендә уҡығанда башҡорт т