Найти тему
Башҡортостан гәзите

13 баланың береһе ул!

Бынан ике йыл элек Балтас районында 13-сө сабыйҙарын ҡулына алыу шатлығын кисергән Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар ғаиләһе менән танышып, уларҙың тәүәккәллеге, ата-әсәлек бурыстарын күңел биреп үтәүҙәре менән һоҡланғайныҡ. Тормошта ырыҫлы, эшенән дә, һөйгән йәренән дә уңған, бына тигән ул-ҡыҙҙар үҫтергән дан ғаиләләрҙең бәхет формулаһы барыбыҙға ла яҡшы таныш. Йорт усағын һүндермәү, бәхет ҡошон өркөтмәү, балаларыңды сабырлыҡ менән, ҙур хеҙмәт һалып үҫтереү өсөн нимә кәрәк? Әлбиттә, мөхәббәт! Балаларыңды тупылдатып һөйөүҙән, баштарын һыйпап яратыуҙан ләззәт, ҡәнәғәтлек тойғоларын кисереүҙе башҡа ниндәй кисерештәр менән сағыштырыу мөмкин һуң? Әсә кеше балалар тәрбиәләгәндә йыш ҡына үҙен хәстәрләргә лә онота, йоҡоһо туймаһа ла, арып-талсығыуы йөҙөнә сыҡһа ла һыр бирмәҫкә, бар тырышлығын, һөйөүен сабыйҙарына бүлә. Әсәнең күҙе – иң үткере, йөрәге – бар донъяны һыйҙыр­малы, күңеле – иң нурлыһы. Шуға күрә ауыр саҡта, донъя мәшәҡәттәре иңдәрҙе баҫҡанда ҡәҙерле әсәйҙәребеҙҙе йыш ҡына иҫкә төшөрәбеҙҙер ҙә… 13 бала әсәһе Альбина менән бынан ике йыл элек булған осрашыу тап ошо хәҡиәҡәтте раҫлаған күркәм осраҡ булды ла. Ә бөгөн беҙ Хәйҙәршиндарҙың ете улының береһе Әлмир менән Иҫке Балтаста осрашып, уларҙың оло ғаиләһенең тормошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ, ата-әсәһе ни хәлдә, ниндәй ниәт-мәшәҡәттәр менән йәшәй? Беҙ ҡырҡ көнлөк кенә сағында күргән Байрас хәҙер ике йәшлек тиктормаҫ, шуҡ малайҙыр инде, тип һорашабыҙ. Ул ваҡытта хәрби хеҙмәттәге Әлмирҙең армиянан ҡайтҡанын ғаилә, тыны менән тартып алырҙай булып, түҙемһеҙлек менән көткәнен хәтерләйбеҙ. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған Әлмир Венер улы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә тотонған. Беҙ бөгөн Хәйҙәршиндарҙың иртәнән кискә тиклем һатып алыусылар өҙөлмәгән кулинария маркетында. – Былтыр сентябрь айында ҡатыным Алһыу менән кулинария ризыҡтары етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә башланыҡ. Миңә бәләкәйҙән әсәйемдең бәлеш, ҡамыр аштары бешереү менән булышыуы, тәмлекәстәрҙең өйөбөҙгә таралған хуш еҫе оҡшай торғайны. Бәләкәй саҡта уҡ “их, шундай тәмле лә, йәмле лә кафе ойошторһаң ине”, тип хыялланғаным иҫтә. Тәмле-татлы аҙыҡтар район үҙәгендә ҙур һорау менән файҙалана, – тип Әлмир бындай мәшәҡәтле эшкә нисектотонорға баҙнат иткәнен һөйләне. – Армиянан ҡайтҡас, Себер тарафтарында эшләргә лә тура килһә лә, тыуған яҡ үҙенә тартты. Биш кешенән торған коллектив йөҙ төргә яҡын аҙыҡ-түлек етештерә. Торт, бәлеш, сметанник, пирожныйҙар – йәнең теләгәнен һатып ал. Ойошмалар өсөн комплекслы аш-һыу әҙерләүгә заказ биреүселәр ҙә етерлек. Әлмирҙең кәләше Алһыу ҙа Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, ул –иҡтисадсы. Маркет хужабикәһе тормош иптәше кеүек күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, донъя мәшәҡәттәре, аш-һыу әҙерләү кеүек тынғыһыҙ эш уны ҡурҡытмай. – Ҡамыр ҡуйыу өсөн бик иртә торорға тура килә, сәғәт дүрттән аяғөҫтө, – ти Алһыу. – Рецептар, яңы ризыҡтар әҙерләү өҫтөндә даими эшләйбеҙ, эҙләнәбеҙ, халыҡтың ихтыяжын өйрәнәбеҙ. Һатып алыусыларыбыҙҙы тәмле, ҡабарып торған ҡаластар, хуш еҫе аңҡып торған бәлештәр менән ҡыуандырабыҙ, икмәк тә бешерәбеҙ. Тик шуныһы – кулинария хеҙмәткәрҙәре, аш-һыу оҫталары етешмәүе эште бер ни тиклем ҡатмарландыра. Әлмирҙең әйтеүенсә, туҡланыу предприятиелары асыу һис тә анһат эш түгел, тынғыһыҙлығы өҫтөнә ҙур финанс сығымдары талап итә. “Бер мейес кенә 500 мең һум тора. Тотороҡло табыш алғанға тиклем байтаҡ тырышлыҡ һалыу кәрәклеге бәхәсһеҙ. Атай-әсәйемдең тәүге мәлдә матди яҡтан ярҙам итеүе өсөн рәхмәт. Стартап буйынса ярты миллион һум аҡса алыу ҙа бик ярап ҡалды. Эш башлағанда бер мейес тә өҫтәлдәр генә ине, ә хәҙер, күрәһегеҙ, тейешенсә йыһазландырылған кулинария маркетыбыҙ бар. Ҡатыным менән бизнесты киңәйтеү, ҙурыраҡ бинала эш башлау уйы менән йәшәйбеҙ”, – ти йәш эшҡыуар. ...Хәйҙәршиндарҙың йәш ғаиләһенә именлек, эштәрендә уңыш һәм бәхет теләп, яҡты уйҙар менән хушлашабыҙ. Был йортта барыһы ла яҡшы булыр! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.