Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ай ярым эсендә 600 кешене аяҡҡа баҫтырғандар

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының профком ойошмаһы рәйесе Ирек Сафин махсус хәрби операция биләмәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәр хеҙмәт өсөн” билдәһе менән наградланған. Ирек Фәрит улы – юғары категориялы табип, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. 2022 йылдың майында хирургия бүлексәһе етәксеһе үҙ ирке менән Башҡортостандан медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө составында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Уға тиклем табип 17 йыл хирургияла – алты йыл Дәүләкән дауаханаһында, 11 йыл Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһында – эшләгән. Луганскиҙағы хәрби госпиталь уның өсөн ике айға хеҙмәт урынына әүерелгән. “Миналар шартлауынан йәрәхәтләнгәндәр, атышҡа эләккәндәр... Яраланғандарҙы аяҡҡа баҫтырып, алғы һыҙыҡҡа оҙата инек. Бер ай ярым эсендә генә 600 кешене аяҡҡа баҫтырҙыҡ”, - тип һөйләй Ирек Фәрит улы. Әйткәндәй, Ирек Сафин 10 йылға яҡын Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһындағы профком ойошмаһына етәкселек итә һәм хеҙмәттәштәренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙамлаша. Мобилизацияланғандарға адреслы ярҙам күрһәтәләр. Мәҫәлән, бер шәфҡәт туташының һәм санитарканың улдары махсус хәрби операция биләмәһендә. Башҡа яҙмыш һынауҙарына эләккәндәрҙе лә ташламайҙар. Ковидтан ғүмере өҙөлгән шәфҡәт туташының ғаиләһенә, янғын бәләһенә тарығандарға ярҙам иткәндәр. Бынан тыш, эш хаҡы, хеҙмәт бәхәстәре кеүек һорауҙар менән килгән медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын яҡлайҙар. Ирек Фәрит улы – юғары категориялы табип, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Фотолар: Ирек Сафиндың шәхси архивынан.