Сибай дәүләт филармонияһы барлыҡҡа килеү мәленән алып үҙенең йәш йырсылары менән дан ҡаҙанды. Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Раян Алтыншин, Альберт Салауатов һәм башҡалар, йәшләй генә тап бында сәхнәгә сығып, оло ижад донъяһына тәүге аҙымдарын яһаны. Хәҙер уларға алмашҡа килгән йырсылар ҙа ҙур исемдәр яуланы, үҙ тамашасыһын тапты.
Алина ВӘХИТОВА — бөгөнгө көндә Сибай концерт-театр берекмәһенең иң йәш солисы. Һәр сығышына ентекле әҙерләнгән, ижадына талапсан ҡараған йырсыға остаздары ҙур өмөттәр бағлай. – Алина, йырсы булыу бала саҡ хыялың инеме? Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡаныңды хәтерләйһеңме?
– Эйе, бәләкәй сағымда уҡ, йырсы булам, ҙур сәхнәгә сығам, тигән хыялдар менән йәшәй торғайным. Шулай ҙа 9-сы класты тамамлағанда бер аҙ икеләндем: табип һөнәре лә оҡшай башланы, йырлағы ла килә. Күңелемдең баребер сәхнәгә ынтылышы көслөрәк булды – Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжының йыр бүлегенә уҡырға индем. Аҙаҡ инде Өфө дәүләт сәнғәт институтын да тамамланым.
Беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан