Өфөләге вуз-ара студент кампусы резиденты - Фән һәм технологиялар университеты зоологтары Башҡортостандың Ҡыҙыл китабын баҫмаға әҙерләне. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән барлыҡҡа килгән «Фән һәм университеттар» милли проекты бурыстарына ярашлы башҡарылды. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы - төбәктә йәшәгән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандарҙың торошо тураһында рәсми ғилми-белешмә. Баҫмала 140 һирәк осрай торған һәм юғалып барған йәнлектәр тәҡдим ителгән, уларҙың һәр береһе ентекле һүрәтләмә, төҫлө һүрәттәр һәм таралыу картаһы алған. Яңыртылған баҫмаға 47 яңы төр, шул иҫәптән 30 умыртҡаһыҙ һәм 17 умыртҡалы хайуан индерелгән. Яңы баҫманың бер өлөшөн - Рәсәй, ә бер өлөшөн фауна ревизияһы һөҙөмтәһендә өҫтәнеләр: республика өсөн яңы төрҙәр асыҡланды, таралыу һәм һан буйынса мәғлүмәттәр алынды. Бөжәктәр исемлеге ярайһы уҡ киңәйтелде, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда тәүге тапҡыр табылған төрҙәр индерелде һәм айырым иғтибарға һәм мониторингҡа мохтаж хайуандар донъяһы объекттарының аннотацияланған исемлеге төҙөлдө. - Ҡыҙыл китаптың бынан алдағы томы теүәл 10 йыл элек нәшер ителгән. 2014 йыл менән сағыштырғанда, 21 төр хайуан баҫманан сығарылған. Бер яҡтан, ул әлеге ваҡытта төбәктә осрамаған, икенсе яҡтан - үҙенең һанын һәм йәшәгән биләмәһен тергеҙгән төрҙәр, - тип билдәләне ҡыҙыл китаптың баш мөхәррире, Өфө фән һәм технологиялар университетының биология һәм экология кафедраһы доценты Винер Хәбибуллин. «Фән һәм университеттар» милли проектының (национальный проект "Наука и университеты") төп маҡсаты - Рәсәйҙе өҫтөнлөклө өлкәләрҙәге өйрәнеүҙәр буйынса биш донъя лидеры исемлегенә сығарыу. Ғалимдарға илебеҙҙә йәшәү һәм эшләү уңайлы булһын өсөн шарттар булдырыла, был өлкәгә йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн фәнде популярлаштырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Заманса кампустар селтәрен булдырыу буйынса программа эшләй башланы. Тикшереүселәрҙе алдынғы ҡорамалдар һәм инфраструктура, шул иҫәптән «мегасайенс» класындағы уникаль ҡулайламалар менән тәьмин итәләр. Юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү институттары һәм эшҡыуарлыҡ берлектәге проекттарҙа ҡатнашырға саҡыра, был илдең үҫеше хаҡына алдынғы асыштарҙы тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк файҙаланырға мөмкинлек бирә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.