Тыуған ерҙән йыраҡҡа китмәй һөнәр алып, эш башлап, өҫтәүенә, үҙ шөғөлдәренән килем алған йәштәр һәр саҡ һоҡландыра. Улар хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләге, башҡаларға үрнәк итеп ҡуйғы килә. Бөгөн шундайҙарҙың береһе — Винер Ишбулатов хаҡында һүҙебеҙ.
Винер Вәхит улы сығышы менән Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Өс ул үҫтергән Ишбулатовтар ғаиләһендә уртансы малай булып буй еткерә. Ауылда урта белемде алғандан һуң, Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, Ульяновск ҡалаһында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бер аҙ баш ҡалабыҙҙа эшләп ала. Унан Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Тәүҙә “Башкирэнерго” йәмғиәтендә инженер-энергетик булһа, әҙерлек курсы үткәндән һуң, уға селтәрҙәр менән идара итеү үҙәгенең өлкән диспетчеры вазифаһын йөкмәтәләр. Дүртенсе йыл ошо яуаплы хеҙмәттә намыҫлы эшләй ул.
– Эшем сменалы. Ял көндәрен бушҡа үткәрмәҫ өсөн тимер эшенә тотондом. Тәүҙә ҡапҡалар эшләнем. Унан тракторҙарға тырма әҙерләүгә тотондо