Әлбиттә, был уйын ғына. Шулай ҙа... дөрөҫмө икән? Тикшереп ҡарайыҡ әле. Һүрәттәге һанды һайлағыҙ ҙа яуабын уҡығыҙ: 1. Һеҙ йомарт, әҙәпле кеше, шуға күрә тыныс йоҡлайһығыҙҙыр. Маҡсаттарығыҙ юғары, хеҙмәт яратаһығыҙ, ҡайһы берҙә һеҙҙең менән эшләүе ауыр тип әйтәләр. Аҡса өсөн түгел, донъяны үҙгәртер өсөн тырышаһығыҙ. Шулай ҙа байлыҡ һеҙгә үҙе килә һымаҡ. 2. Һеҙ күңелсәк, юморға байһығыҙ. Шулай ҙа һәр эштә яуаплыһығыҙ, кешеләр тураһында ҡайғыртырға яратаһығыҙ. Улар ҙа һеҙгә ылыға. Эргәгеҙҙәгеләр тырышлығығыҙҙы баһалап еткермәһәләр ҙә, тормош яратҡан һәм ныҡышмал кеше булараҡ, матди хәлегеҙҙе яҡшырта алаһығыҙ. 3. Һеҙ финанс хәлдәрҙе бик яҡшы төшөнәһегеҙ, бизнес-схемалар төҙөргә һәләтлеһегеҙ. Бөтә нәмәне алдан һанап ҡуяһығыҙ. Яңғыҙлыҡты үҙ күргән кеше булараҡ, күптәр күрмәгән нәмәләргә иғтибар итәһегеҙ. Ә был аҡса мәсьәләһендә лә булышлыҡ итеүсе шарт. Әлбиттә, күп кешеләр һеҙҙе аңлап та бөтмәйҙер, ләкин быға иғтибар итмәгеҙ. 4. Һеҙ кешене үтәнән-үтә күрә, уйҙарын самалай беләһегеҙ. Был сауҙ