Яңы мәҙәни мөхиттәрҙең барлыҡҡа килеүе “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә барлыҡҡа килгән. Мәләүез ҡалаһының үҙәк китапханаһында виртуаль концерт залын асыу тантанаһында Мәләүез районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ләйсән Йәмилева тамашасыларға ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте: –Виртуаль концерт залы – ҡала халҡы өсөн ҙур бүләк. Хәҙер реаль ваҡыт режимында беҙ симфоник оркестрҙарҙың концерттарын, илебеҙҙең алдынғы мәҙәни учреждениеларының операларын, мюзиклдарын һәм әҙәби-музыкаль постановкаларын ҡарай һәм тыңлай аласаҡбыҙ. Сарала Мәләүез ҡалаһы 1-се һанлы балалар сәнғәт мәктәбенең скрипка һәм виолончель класы уҡыусылары сығышы музыкаль бүләк булды. Артабан тамашасылар, дөйөм белем биреү һәм урта махсус учреждениелар уҡыусылары, “Китапхана ҡунаҡханаһы” һәм “Осрашыу” клубтары ағзалары өсөн Мәскәү филармонияһының академик симфоник оркестры башҡарыуында “Руслан һәм Людмила” операһына увертюра яңғыраны. Ҡунаҡтарға Михаил Глинка