Һуңғы биш йылда Башҡортостанда төп социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай динамикаһы теркәлә. Был хаҡта Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең республика буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Илдар Заһиҙуллин хәбәр итте. Әйтәйек, эшһеҙлек кимәле 2019 йылда 4,4 проценттан 2023 йылда 2,3 процентҡа тиклем кәмегән. 2024 йылдың апрель-июнь айҙарында был күрһәткес 1,5 процент ҡына тәшкил иткән һәм республиканың хәҙерге заман тарихында минимумға еткән. Уҙған йылда халыҡтың реаль аҡсалата килеме 2022 йыл менән сағыштырғанда 4,9 процентҡа артҡан. Ә 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында йән башына уртаса килем айына 41 880,3 һум тәшкил иткән, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 8,6 процентҡа күберәк. 2023 йылда республика ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 56 974 һум тәшкил иткән, был 2019 йылға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк. 2024 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса ул 63 822,3 һумға еткән - был уҙған йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда 18,7 процентҡа юғарыраҡ. Эш хаҡының һәм килем кимәленең артыуы һөҙөмтәһендә халыҡтың һатып алыу һәләте үҫә бара. Атап әйткәндә, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 2019 йылда 931,5 миллиард һумдан 2023 йылда 1,278 триллион һумға тиклем артҡан. Ваҡлап сауҙа итеү әйләнешенең абсолют күрһәткесе буйынса Башҡортостан тотороҡло рәүештә Рәсәйҙең тәүге ун төбәгенә инә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Төҙөлөш тармағына системалы дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу республика өсөн торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса рекорд күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе. Һуңғы биш йылда республика биләмәһендә 14 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. 2023 йылда Башҡортостан сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса тарихи максимум билдәләне – 3,3 миллион квадрат метр, был 2019 йылғы кимәлдән 39,8 процентҡа күберәк. Ошо күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында – етенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй. 2023 йылда республика сәнәғәте 2022 йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа үҫеш күрһәткән. Ә 2024 йылдың ете айында сәнәғәт производствоһы уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 5,1 процентҡа артҡан. Электр ҡорамалдары, аҙыҡ-түлек, ҡағыҙ һәм ҡағыҙҙан эшләнгән изделиелар, машиналар һәм ҡорамалдар, мебель, компьютерҙар, электрон һәм оптик әйберҙәр, транспорт етештереүҙә үҫеш темптары айырыуса юғары. Төп капиталға инвестициялар күләме лә ыңғай динамика күрһәтә - 2024 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса ғына ул 26,6 процентҡа артҡан. Бынан тыш, 2024 йылдың ғинуар-июль айҙарында 2 014 кешегә миграция үҫеше теркәлгән. – Күрһәткестәр һәйбәт, - тип билдәләне Радий Хәбиров Башҡортостанстаттың доклады йомғаҡтары буйынса. - Артабан хәрәкәт итергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.