Унда "Бөтә Рәсәй - 2024" бөтә Рәсәй медиафорумы үтте. Сара илебеҙ журналистикаһының иң ҙур профессиональ майҙансығы булып тора. Конкурсҡа бөтәһе бер нисә мең ғариза килгән. Һөҙөмтәләр буйынса беҙҙең киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре иң көслөләр иҫәбенә инде. "Махсус проект/йыл акцияһы" номинацияһында еңеүсе тип "Бәхет - ул бергәләп" проекты өсөн "Башинформ" агентлығы (баш мөхәррире - Руслан Шәрәфетдинов) табылды. Проект сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең әүҙем тормош позицияһы тураһында һөйләй. Әйткәндәй, ул беҙҙең Гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. "Социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы төркөмө (аккаунты)" номинацияһында икенсе урынға "Ейәнсура таңдары" гәзите (баш мөхәррире - Виктория Ҡуянова) лайыҡ булды. Ошо уҡ номинацияла өсөнсө урынды "Башҡортостан" гәзите (баш мөхәррире - Вәдүт Исхаҡов) яуланы. "2024 йылдың иң яҡшы Рәсәй гәзите" конкурсында дипломына Ишембайҙың "Таң" гәзите (баш мөхәррире - Ольга Киселева) лайыҡ булды. "Махсус про