Республиканың барлыҡ муниципалитеттары йылытыу миҙгелендә эшләүгә әҙерлек паспорттарын тапшырҙы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе. Коммуналь инфраструктураны ҡышҡа әҙерләү барышында ҡалаларҙа йылылыҡ, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре, ҡаҙанлыҡ һәм насос ҡорамалдары ремонтланған, резерв яғыулығының норматив запастары булдырылған. Милли именлек фонды средстволарын йәлеп итеп, Краснохолмский ауылында ҡаҙанлыҡты яңыртҡандар һәм Учалыла ҡаҙанлыҡ төҙөгәндәр. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһы сиктәрендә Яңауылда, Күмертауҙа һәм Шишмәлә йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәрелгән. Белоретта йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау тамамланды. Ростехнадзор 72 йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаһын тикшергән – 236 ҡаҙанлыҡта 408 боҙоу осрағы асыҡланған. Иң күп иҫкәрмәләр – Әбйәлил, Белорет, Салауат, Туймазы, Өфө райондары һәм