Буласаҡ ир менән ҡатын биш йыл самаһы элек Мәскәү сауҙа үҙәгендә таныша. Даша бер ай самаһы Мәскәүгә эшкә күсеп килгән була. Олег шунда уҡ йәш һылыуҡайҙы (ул ваҡытта Дарьяға 19 йәш кенә була) күреп ҡала һәм уның менән таныша. “Бер сәғәт буйы торҙоҡ һәм һөйләштек!” - тип йылмайып иҫенә төшөрә Дарья. Профессор йәш ҡыҙҙың үҙенең эффектлы тышҡы ҡиәфәте менән таң ҡалдырғанын таный. Башҡортостанда тыуып үҫкән ҡыҙ әйтеүенсә, яңы танышы уны үҙенең аҡыллылығы, харизмаһы һәм матур тышҡы ҡиәфәте менән яулай, әммә ҡыҙҙы тәүҙә шундай абруйлы кешенең уның менән ҡыҙыҡһыныуы борсоуға һала. Дарья башта бүләктәрҙән баш тарта, әммә танышыуҙан һуң бер нисә ай үткәс, аралары яҡыная. Ә йәш айырмаһына килгәндә, ул уны бик һиҙмәй ҙә. Танышҡандан һуң бер нисә ай үткәс, Олег һөйгәненә үҙенә күсергә тәҡдим итә, әммә Дарья шунда уҡ никахтан тыш бергә йәшәүҙән ҡырҡа баш тартыуын белдерә. Уйланып, ир кейәүгә сығырға тәҡдим яһай, һәм 2020 йылдың авгусында улар тыйнаҡ ҡына туй үткәрә. Олег Михайловтың элекке никахынан балалары ҡалмай, һәм ир вариҫтар тураһында хыяллана. “Әсә булырға әлегә хыялланмағайным да, әммә теста ике һыҙатты күргәс, көтөлмәгәнлектән һәм бәхеттән иланым”, - ти Дарья. Бәхетле парҙың Александр һәм Виктор исемле улдары тыуа. Иренең балаларҙың үҙенеке булыуына шикләнеүен күргәс, Дарья ДНК-тест үтергә тәҡдим итә, ире менән хатта федераль каналға шул уҡ исемле телешоуға бара. Тест һөҙөмтәләре Олегтың атай булыуын раҫлай. “Беҙҙең балалар - ғорурлығыбыҙ, сөнки улар минең һәм иремдең берҙән-бер балалары. Беҙ уларҙы яратабыҙ, ә улар - беҙҙе. Икеһе лә тәбиғи юл менән тыуҙы”, - тип ғорурлана сабыйҙарҙың әсәһе. Әлеге ваҡытта Дарья балалары менән Күмертауҙа йәшәй. Олег күптән түгел йөрәгенә операция кисерә һәм әлегә киләһе операция алдынан ялға мохтаж. Бынан алда ир ғаилә өсөн Башҡортостанда иркен, яҡшы ремонтланған фатир һатып алған. Ғаилә башлығы үҙе Мәскәүҙә көс йыя. Улдарын тәрбиәләүҙә Дашаға әсәй ярҙам итә, ул, әйткәндәй, кейәүен яҡшы ҡабул иткән. “Йәш айырмаһын тоймайбыҙ, шуға күрә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ, проблемалар һәм кәртәләр юҡ. Олегтың үҙ һүҙендә тороуы миңә бик оҡшай. Мин уға һәр ваҡыт таяна алам, сөнки ул бик яуаплы кеше”, - ти Дарья. Фото аҫтағы һылтанманан алынды. https://vk.com/kumertay_102
75 йәшлек ир менән 24 йәшлек ҡатын араһында мөхәббәт булыуы мөмкинме?
23 сентября 202423 сен 2024
1 мин