Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам арта

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы республикала булдырылған күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам саралары тикшерелде. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән уҡыусылар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Шулай уҡ бындай ғаиләләрҙәге балалар музейҙарға, парктарға һәм күргәҙмәләргә бушлай бара аласаҡ. – Республикала күп балалы ғаиләләр өсөн башҡа ярҙам формалары, шул иҫәптән мәктәптәрҙә һәм урта махсус уҡыу йорттарында бушлай туҡланыу, табиптың рецебы буйынса дарыуҙар менән тәьмин итеү, торлаҡҡа түләү буйынса ташламалар булдырылған. Республика ҡалаларында йәшәгән ошондай ғаиләләрҙән булған уҡыусылар, мохтажлыҡ кимәленә ҡарамаҫтан, бушлай йөрөй аласаҡ, – тип билдәләне Ленара Иванова. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова һүҙҙәренсә, Башҡортостанда 1 сентябрҙән ошо ярҙам сараһы менән 7 835 бала файҙалана ала. – Льготаны алыу өсөн ғариза яҙыу кәрәк. Ата-әсә йәки законлы вәкил муниципалитет хакимиәтенә ғариза яҙырға һәм тейешле документтар тапшырырға тейеш, – тип һөйләне Любовь Минакова. Улар иҫәбендә – шәхесте раҫлаусы документ, күп балалы ғаиләнән бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ (14 йәшкәсә балалар өсөн) йәки 14 йәштән өлкәнерәк бала паспорты, күп балалы ғаилә таныҡлығы һәм шәхси иҫәп системаһында ғариза тапшырыусының һәм уның ғаилә ағзаларының теркәлеүен раҫлаусы мәғлүмәттәрҙең күсермәләре. Шулай уҡ бала транспортта йөрөгән саҡта файҙаланасаҡ социаль транспорт картаһы номерын (уҡыусы картаһы, “АЛГА” берҙәм транспорт картаһы) күрһәтергә кәрәк. Бөтә документтарҙы алғандан һуң муниципалитет льготалы юл йөрөүҙе әүҙемләштереү өсөн балаларҙың мәғлүмәттәре менән исемлектәрҙе Башҡортостандың социаль карталар регистрына ебәрә. Шуның менән бергә, был ярҙам сараһының көнүҙәк булыуына ҡарамаҫтан, ташлама алыуҙың ҡайһы бер механизмдары халыҡ өсөн уңайлы түгел ине. Республика Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Черенков ҡайһы бер муниципалитеттарҙың документтар ҡабул итеүҙе ойоштормауын һәм ҡайһы бер ғариза биреүселәрҙең бушлай йөрөүгә хоҡуҡтарын раҫлау өсөн мәктәптәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булыуҙарын билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Һанлы үҫеш министрлығына 7 октябргә тиклем күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусыларҙың бушлай йөрөү хоҡуғын алыу тәртибен ябайлаштырырға, халыҡ кәрәкле белешмәләрҙе электрон төрҙә бирә алһын өсөн ҡоралдар уйларға ҡушты. – Юғиһә, беҙ яҡшы эш башҡарабыҙ, ә факт буйынса халыҡ ҡәнәғәт түгел. Халыҡты ҡағыҙ менән ҡыуырға кәрәкмәй – хәҙер икенсе ваҡыт. Унда күп балалы ғаиләнең статусын раҫлаусы бер генә белешмә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.