Рәмил Мансуров... Был исем “Башҡортостан” гәзите уҡыусыһына яҡшы таныш. Ул баҫмабыҙҙа 2013 йылда Стәрлетамаҡ (көньяҡ) биләмәһе буйынса үҙ хәбәрсе булып эшкә килгәйне. Шул мәлдән алып уның мәҡәләләре гәзит биттәрендә бөгөнгө көнгә тиклем даими баҫылып тора. Шәхсән үҙен дә шул мәлдән алып беләм. Бөгөн Рәмил Ғәбдрәшит улы инде үҙе редакция етәкләй – ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында сығып килгән “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире. Ғәҙәттә баш мөхәррир эше ойоштороу мәлдәре, гәзиткә яҙҙырыу, таратыу, коллектив, гәзит сығарыу, гәзиттең төҫөн, йөҙөн, эстәлеген билдәләү мәсьәләләренә ҡайтып ҡала. Ошо тиклем мәшәҡәт өҫтөнә ҡәләмдәшебеҙ мөхәррир вазифаһын уңышлы башҡарыу менән бер рәттән, журналист булараҡ, табаҡ-табаҡ мәҡәләләр яҙырға ла ваҡыт таба. Улай ғына ла түгел, уның яҙмалары һәр саҡ гәзит уҡыусыһының күңеленә үтеп инә. Сөнки Рәмил үҙенең мәҡәләләрен ябай, халыҡсан итеп яҙыуы менән алдыра. Ҡылыҡтары, эшмәкәрлектәре, тормоштары аша оҫта итеп ул кешеләрҙең эске донъяһын аса белә. Иманым камил, Рәми