Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, физиканан белем биргән Фәнүзә Хәкимованы Бөрйән халҡы сикһеҙ ихтирам итә, уға оло ышаныс бағлай. Балаларҙы яратҡан, һөнәри бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән атҡарған, изге күңелле педагогтың уҡыусылары ата-әсәләрен, райондаштарын уңыштары менән даими һөйөндөрөп тора. – Мин 1972 йылда Ишембай районының Ялтыран ауылында тыуғанмын. Атай-әсәйем Бөрйәндән булғанға, ғаиләбеҙ менән Иҫке Собханғолға күсеп килгәнбеҙ – ти Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы. – Мәктәп йылдарында бик әүҙем комсомолка булдым. Гармунда уйнап, йырлап йөрөй торған инем. Телевидениела “Йәйғор” тапшырыуында сығыш яһағаным да иҫемдә. Республикала, унан ситтә үткән төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша торғайным. Физика, математика, химия фәндәре миңә еңел бирелде. 1989 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге БДПУ) физика-математика факультетына уҡырға индем. 1994 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлап, Бөрйәндең Яңы Собханғол урта мәктәбендә эш башланым. 1995 йылд