Был ялдарҙа Красноярск крайында йән өшөткөс хәл булды. Ирле ҡатынлы Виктория менән Дмитрий һәм уларҙың дүрт балаһы ниндәйҙер аҙыҡ менән ағыуланып дауаханаға эләгә. Алты, 11 һәм 13 йәшлек өс бала кисә йән бирә, бөгөн төндә 12 йәшлек ҡыҙҙары ла үлә. Ата-әсәй ҙә ағыуланып дауаханаға эләгә, уларҙың хәле сағыштырмаса һәйбәт. Асыҡланыуынса, улар бөгөн аңына килгән һәм тәфтишселәр уларҙан һорау ала башлаған. Шуныһы 32 йәшлек Виктория бишенсе балаға йөклө, әле уның туғыҙынсы айы бара. Табиптар буласаҡ әсәне һәм эсендәге баланы ҡотҡарыу өсөн бар көсөн һалған һәм әле уларҙың хәле тотороҡландырылған. Ире, 34 йәшлек Дмитрий ҡыйын була башлағас бер үҙе генә дарыу эскән булған. Ғаилә ауыл магазинында үлсәп һатылған билмән һәм тауыҡ ашағандан һуң ағыуланған. Телеграм-каналдар хәбәр итеүенсә, магазин хужаһы, ИП Федеров шул иҫәптән сығышы билдәле булмаған ит тә һатҡан – уларға тейешле ветеринар документтары булмаған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр фажиғәнең бер нисә вариантын ҡарай. Төп фараз – билдәһеҙ матдә ҡушылған ризыҡ ашағандар. Аҙыҡта әлегә асыҡланмаған токсик матдә булған. Ҡайһы бер фараздар буйынса ғаилә тәмләткес урынына аҙыҡҡа пестицидтар һалыуы ихтимал. Балаларҙың үлеменең аныҡ сәбәбен асыҡлау өсөн тағы ла тикшереүҙәр буласаҡ. Ғаилә өсөн ҡот осҡос фажиғә... Уларҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, иҫән ҡалғандарына һаулыҡ. Күренеүенсә, ашаған саҡта ла һаҡ булыу кәрәк. Айырыуса, өйҙә ағыулы матдәләр булған саҡта. Имен булайыҡ. Фото: Телеграм.