Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уның мәҡәләләре рухты күтәрә

“На земле Салавата” Салауат район гәзитендә 30 йылдан ашыу һәләтле журналист, гәзиттең баш мөхәррир урынбаҫары Шамил Наил улы Әхмәтшин эшләй. Ул төрлө темаларға ижад итә: хеҙмәтсәндәр, фермерҙар, эшҡыуарҙар, медицина һәм мәғариф, йәштәр һәм спорт... Һәм ике йылдан ашыу ул бик күп һәм күңелгә үтеп инерлек итеп Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы яҡташтарыбыҙ тураһында яҙа. Ябай ғына ауыл егеттәренең ил һаҡларға юлланыуҙары, хеҙмәт итеүҙәре тураһындағы, бурыс, намыҫ, хәрби туғанлыҡ, ғаиләләре, район, республика тарафынан ярҙам хаҡындағы ентекле һүрәтләмәләре донъя күрә. Журналистың был мәҡәләләрен (улар 50-нән ашыу) Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзының Салауат районы бүлексәһе Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһына тәҡдим итә. Шамил Әхмәтшин тарафынан был премияны алыуға махсус - хәрби операция темаһына тотош мәҡәләләр серияһы күрһәтелгән: яугир батырҙарыбыҙ, үҙ ирке менән юлланған яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлығы, һалдаттарҙың ғаиләләре, фронтҡа тылдағы ярҙам тураһында. “Һуғышта ике яралы дуҫын ҡотҡарған” тигән мәҡәләһе 2024 йылда Бөтә Рәсәй конкурсының лауреаты булған. Айҙар Ноғоманов, “Йүрүҙән” гәзите редакторы: -Шамил Наил улы Әхмәтшинды беҙ 30 йылдан ашыу тәжрибәле, һәләтле журналист булараҡ беләбеҙ. Ул ижади, ҡыҙыҡлы итеп эшләй, район кешеләре, ҡаҙаныштары тураһында һөйләй. Ул бик күп республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты. Һуңғы ике йылда район гәзитендә, сайтта, социаль селтәрҙәрҙә махсус хәрби операция темаһын сағылдыра. 2023 йылда махсус хәрби операция темаһын яҡтыртыу буйынса Башҡортостанда икенсе урынды яуланы, 2024 йылда “Иң яҡшы журналист әҫәре өсөн” Рәсәй Федерацияһы журналистар союзының Бөтә Рәсәй конкурсында дипломант булды. Ул һәр яугир, уның ғаиләһе менән шәхсән күрешә, сағыу, хисле мәҡәләләр яҙа. Уларҙың һәр береһе патриотизм рухы менән һуғарылған. Темаларҙы тәрән аса алыуы, дөрөҫлөгө өсөн уның мәҡәләләре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ. Автор: Рәйлә Латипова, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы журналистар Союзы ағзаһы. Фото: “Йәшлек” гәзитенән.