Сентябрь башы беҙҙе йылы һәм ҡоро көндәр менән ҡыуандырҙы. Әле иһә бер аҙ һыуытты һәм ямғырҙар яуа башланы. Ләкин синоптиктар бошонмағыҙ ти: Башҡортостанда икенсе әбейҙәр сыуағы була. Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы һыуыҡтарҙан һуң төбәккә йәйге йылы һауа торошо әйләнеп ҡайтасаҡ. Республикала был аҙна аҙағында йылытасаҡ, тип күҙаллана. Кесаҙна, 26 сентябрҙә, һауа температураһы күтәрелә башлай. Был көндә һауа 16 градусҡаса йылына. Ял көндәренә, 28, 29 сентябрҙә, 20 градусҡаса йылыта. Сентябрҙең һуңғы көнөндә 22 градусҡа тиклем буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡоро һәм ҡояшлы һауа торошо көтөлә. Октябрь башында температура әкренләп түбәнәйә башлай. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.