Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡатынына бензин һипкән...

Ялдарҙа Өфө янындағы Чесноковкала бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә 43 йәшлек ҡатын ныҡ итеп бешеп дауаханаға эләкте. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уның 44 йәшлек ире яңылыш ҡатынға бензин һипкән. Ир мунсала биш литрлыҡ канистр ярҙамында мейес яғырға маташҡан. Ниндәйҙер мәлдә канистр тоҡанып китә, һәм ул уны артҡа ырғыта. Янған бензин ул ваҡытта мунсаға ингән хәләл ефетенә эләгә. Янғын һөҙөмтәһендә Өфө районында йәшәгән ҡатындың башы, ҡулы һәм кәүҙәһе бешкән. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ул ауыр хәлдә реанимация бүлегендә ята. Ирҙең иһә ҡул суҡтары бешкән, табиптар уны дауаханаға алып киткән, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана. “0,3 квадрат метр майҙанда янғын һүндерелгән”, - тип йомғаҡ яһанылар Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Фото: МЧС.