Найти тему
Башҡортостан гәзите

Белоретта кеүәҫ етештереү асылды

Белорет районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектарының акселерацияһы" төбәк проекты ярҙамында “Изге продукт” предприятиеһын төҙөү мөмкинлеге тыуҙы. Ул ТМ Бояр өҫтәле, ТМ Бояр табыны сауҙа маркаһы аҫтында кеүәҫ сығара. Продукт арыш сохарыйының тәбиғи сеймалынан, ҡурҙан, шәкәрҙән консерванттар өҫтәлмәйенсә етештерелә. Халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибар бүлеп, сифатлы продукт сығарыу предприятиеның төп маҡсаты булып тора. 2021 йылдың декабрендә "Изге продукт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Довольнов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә район хакимиәтенә ҡала биләмәһендә шәхси етештереү майҙансығын асыу проекты менән мөрәжәғәт итте. Белоретта 14 эш урыны барлыҡҡа киләсәк, етештереү ҡеүәте айына 600 тоннаға тиклем тәшкил итәсәк тигәйне ул. Ойошма Белорет йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыуға бәйле һалымдар буйынса ташламалар алды. Төбәк лизинг компанияһы булышлығында 2024 йылдың авгусында компания һатыу географияһын киңәйтеү һәм транспортты яллауға сығымдарҙы ҡыҫҡартыу маҡсатында йөк машинаһы һатып ала. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 4,7 миллион һум күләмендә финанс ярҙам күрһәтелгән. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Белорет районы хакимиәте.