Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында икенсе тапҡыр район кимәлендә "Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале" үтте. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә. "Аҡъярҙа тәмле, матур һәм сағыу "Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале" үтте. Ул беҙҙә икенсе тапҡыр үткәрелә һәм кулинарҙарҙы, татлы ризыҡ бешерергә яратыусыларҙы үҙенә туплай. Оҫталар араһында бәлеш, торт һәм икмәк бешереү буйынса иң яҡшылар билдәләнә. Шулай уҡ дегустация барышында халыҡ һөйөүен яулаған иң тәмле бал асыҡланды Тәмле бешерергә өйрәнергә теләүселәргә өсөн кондитерҙар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Икмәге менән элек-электән дан тотҡан районыбыҙ өсөн бындай саралар үткәреү ҙур әһәмиәткә эйә. Теләгән һәр кем ял көнөн балалар менән бергә файҙалы һәм тәмле итеп үткәрҙе һәм ошо сарала ҡатнашты. Халыҡтың берҙәмлегенә һәм үҙ эшеңдә иң яҡшыларҙы асыҡлауға булышлыҡ иткән байрам тәмле һәм татлы тәмлекәстәре менән дә хәтерҙә ҡаласаҡ!"- тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Хәйбулла игенселәренә һәм икмәккә дан йырлаған сара күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә" ге сәхифәһенән