Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Студенттар банк эшмәкәрлегенә махсус лаборатория-үҙәктә өйрәнәсәк

Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалында Һаҡлыҡ банкының лаборатория-финанс белем үҙәген асыу тантанаһы уҙҙы. Унда университеттың Өфө филиалы директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Рафаэль Сафуанов, «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» йәмғиәтенең Урал банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов, БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов, Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк-бүлексә идарасыһы Марат Кашапов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡунаҡтар сараның тантаналы өлөшөндә сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, ил буйынса финанстарға бәйле мутлыҡ осраҡтарының артыуы шарттарында бындай лабораторияның асылыуы бик ваҡытлы һәм кәрәкле булыуын айырыуса билдәләне. Халыҡтың финанс грамоталылығын күтәреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа дәүләттең, бизнестың һәм белем биреү ойошмаларының көсөн берләштереү – финанс грамоталылыҡ һәм халыҡтың мәғлүмәтлелеге

Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалында Һаҡлыҡ банкының лаборатория-финанс белем үҙәген асыу тантанаһы уҙҙы. Унда университеттың Өфө филиалы директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Рафаэль Сафуанов, «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» йәмғиәтенең Урал банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов, БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов, Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк-бүлексә идарасыһы Марат Кашапов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡунаҡтар сараның тантаналы өлөшөндә сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны, ил буйынса финанстарға бәйле мутлыҡ осраҡтарының артыуы шарттарында бындай лабораторияның асылыуы бик ваҡытлы һәм кәрәкле булыуын айырыуса билдәләне. Халыҡтың финанс грамоталылығын күтәреү маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа дәүләттең, бизнестың һәм белем биреү ойошмаларының көсөн берләштереү – финанс грамоталылыҡ һәм халыҡтың мәғлүмәтлелеге программаһын бойомға ашырыуҙа өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе, тигән фекер яңғыраны күпселек сығыш яһаусыларҙың телмәрендә. Лабораторияны асыу тантанаһы аҙағында «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренә уңышлы хеҙмәттәшлек һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды. Банк эксперттары Һаҡлыҡ банкының яңы асылған лабораторияһында филиал студенттары һәм уҡытыусылары өсөн «Һаҡлыҡ банкының операция көнө» тигән оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Аудитория Һаҡлыҡ банкы офисы рәүешендә эшләнгән. Хеҙмәт урындары заманса банк ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, буласаҡ белгестәр аҡса банкноттарының һәм паспорттарҙың төп нөсхәһен билдәләргә өйрәнә ала. Бынан тыш, лабораторияла клиенттар менән үҙ-ара эш итеү буйынса дәрестәр, университет студенттары һәм ҡунаҡтары өсөн финанс белем буйынса лекциялар һәм башҡа белем биреү саралары уҙасаҡ. «Һаҡлыҡ банкы» белгесе Зөлфиә Рөстәм ҡыҙы Ғәлиева уҙғарған «Дропперҙар һәм инвестициялар» лекцияһы ла студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Финанстар һәм кредит» кафедраһы мөдире Юлиә Айрат ҡыҙы Рәхмәтуллина 1-се курс студенттары өсөн «Финанс мөғжизәләр яланы» интеллектуаль уйынын үткәрҙе. Уның барышында студенттар һорауҙарға яуап бирҙе, ҡыҙыҡһыныу һәм ижади әүҙемлек күрһәтте. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла дәртләндереү приздары тапшырылды. Лабораторияны асыуға арналған тантаналы сара пленар дискуссия менән тамамланды. Форум сиктәрендә бизнес һәм власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ Финанс университеттың Өфө филиалы уҡыусылары бөгөнгө көндәге көнүҙәк теманы – Башҡортостан халҡының финанс белем кимәлен арттырыуҙы тикшерҙе. Яңы саҡырыуҙар һәм ҡаршылыҡтар шарттарында был проблема айырыуса әһәмиәткә эйә була бара. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проблемаларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте һәм республика халҡының финанс белемен арттырыу компетенцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә системалы үҙ-ара эш итеү йүнәлешен билдәләне. Рафаэль Сафуанов, Финанс университеттың Өфө филиалы директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор: – Өфө филиалы Рәсәй Финанс университетының бөтә ил буйынса эшләп килгән 27 филиалы араһында иң ҙуры һанала. Йылдан-йыл студенттар ҡабул итеү күләмен арттыра барабыҙ. Беҙҙең филиал менән Һаҡлыҡ банкы араһындағы хеҙмәттәшлек киңәйгәндән-киңәйә бара. Был лабораторияны асыу ҙа Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе менән Финанс университеттың Өфө филиалы араһындағы күп йыллыҡ хеҙмәттәшлек емеше булып тора. Беҙ белем биреүҙең ғәмәли йүнәлеш алымына өҫтөнлөк бирергә тырышабыҙ. Был йәһәттән, әйтеүемсә, Һаҡлыҡ банкы иҡтисадсыларҙың һәм финансистарҙың яңы быуынын тәрбиәләү мәсьәләһендә күптәнге һәм тоғро партнерыбыҙ булып ҡала. Азамат Сәлихов, Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы: – Һаҡлыҡ банкы буласаҡ кадрҙар резервын булдырыуға ҙур иғтибар бүлә. Тап шуға ла беҙ университет нигеҙендә лаборатория булдырыу башланғысын хупланыҡ. Унда хеҙмәткәрҙәребеҙ студенттарға банкта эшләү нигеҙҙәре тураһында һөйләй, шулай уҡ клиенттарҙы хеҙмәтләндереү күнекмәләрен формалаштырырға ярҙам итә ала. Алынған белем студенттарҙың әҙерлек сифатына ыңғай йоғонто яһар һәм уҡыу йортон тамамлағандан һуң күптәр Һаҡлыҡ банкын үҙенең эш биреүсеһе итеп һайлар, тип ышанам. Фотолар: Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалынан.