"Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Илеш районы Ишҡар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Саҙретдинова тураһында һүҙебеҙ. Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы бала саҡтан ижадҡа тартылып үҫә, туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен, театр сәнғәтен ярата, матур итеп шиғырҙар һөйләй. Заманында “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе тигән маҡтаулы исеменә лайыҡ булып, Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең 1-се слетында ҡатнашыу бәхете тейә уға. Башҡорт теленә булған һөйөүе 1988 йылда уны БДУ-ның башҡорт теле һәм журналистика факультетына алып килә. 1992 йылдан Илеш районы Ишҡар урта мәктәбендә эшләй. Бөгөн тырыш, алдына аныҡ һәм ҙур маҡсаттар ҡуйып эшләгән уҡытыусының уҡыусылары республика күләмендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа еңеү яулай, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы мәктәптәге “Осҡон” театрын етәкләй. Уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулайҙар. Әлеге көндә ике уҡыусыһы Өфө “Нур