“Алланың биргәненә сикһеҙ рәхмәтлемен. Миңә был рецепттарҙың файҙаһы бик ныҡ тейҙе. Ярты төндән услап дарыу ашай инем. Бына, шул төнәтмәләрҙе яһап эсә башлағас, Аллаға шөкөр, дарыуҙар эсмәй башланым. Был рецепттар интернеттан алынды. Ни булһа ла шул тип, эсеп ҡараным. Беренсе порцияны эсеп бөтөүгә үк, Аллаһ ярҙамы менән, файҙаһын күрҙем. Юғары ҡан баҫымынан һәм быуындар һыҙлауынан рецепт 3 литрлы банкаға ике уртаса ҙурлыҡтағы сей ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалдым. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡойҙом. Бер сәй ҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалдым. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас яптым. Биш көн һалҡынса урында тоттом. Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан йә ашағандан һуң көнөнә дүрт тапҡыр 0,5 стакан эстем. Хәҙер быуындарым ауыртмай, Аллаға шөкөр. Элек бик этләндем. Иртән аяҡҡа баҫыр өсөн, төндә тороп, икешәр таблетка ибупрофен эсә инем (сәғәт 6-ла һәм 12-лә). Шул таблеткаларҙы эсмәһәм, аяҡҡа баҫа алмай инем. Ниндәй генә мазь, гель, үҙем яһаған төнәтмәләр ҡулланманым! Ә улар барыһы ла ауыртыуҙы ваҡытлыса ғына баҫа ине. Ошо төнәтмәне яһап эсә башлағас, дарыуҙарҙы онотоп барам, Алланың биргәненә шөкөр! Элек ҡан баҫымы менән дә бик этләндем: 200/110-ға саҡлы күтәрелә ине. Хәҙер нормала! Алланың оло рәхмәте инде был! Арҡа һыҙлауынан халыҡ дауаһы 1 литр һыуҙы ҡайнатып һыуытаһың. Шуға 5 бөртөк ҡара йөҙөм, 3 аш ҡалағы шәкәр, 4 аш ҡалағы түңәрәк сей дөгө һалып, 5 көн һалҡынса урында тотаһың да, һыуын һөҙөп алаһың. Банкала ҡалған ҡушымта өҫтөнә яңынан һыу һалып ҡуяһың. Һөҙөп алған һыуҙы ашағансы йә ашағас, көнөнә 3 тапҡыр 0,5 стакан эсәһең. Дауаланыу курсы 1 ай. Файҙаһы беренсе курсты тамамлауға уҡ тейҙе. Мин өс курс эстем. Аллаға шөкөр, файҙаһы тейҙе. Арҡамдың ауыртыуына сыҙай алмағас, илаған саҡтарым күп булды. Дарыу, мазь, гелдәр ярҙам итмәне. Шуға күрә һеҙгә лә шуларҙы яһап, эсеп ҡарағыҙ әле, тип, кәңәш итеүем. Ин шәә Аллаһ, Һеҙ ҙә файҙаһын күрерһегеҙ!” Сығанаҡ: vk.com/id661117995 Фото: about-tea.ru