Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөһим мәсьәләләр тикшерелде

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусында «БДБ-ла һанлы трансформация дәүерендә фән һәм мәғариф» темаһына дискуссия үткәрелде. -Бер-береһе менән белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең инновациялары һәм тикшеренеүҙәре сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Вуз-ара студенттар кампусы ошондай халыҡ-ара ғилми хеҙмәттәшлек өсөн платформа булып хеҙмәт итә, - тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәлимова. - Сарала фәнде һәм мәғарифты заманға яраҡлаштырыу һәм һанлы мөхиттә халыҡ-ара эшмәкәрлекте үҫтереүҙең мөһимлеге тикшерелде. Майҙансыҡта мәғарифты һанлаштырыу, художестволы һәм художество-сәнәғәт белемен үҫтереүҙә һанлы технологияларҙың роле, географик мәғлүмәт системалары, БДБ мәғариф киңлегендә рус телен ҡулланыу, юғары белем биреүҙә һанлы белем биреү ресурстарын файҙаланыу концепцияһы һәм башҡа темалар күтәрелде Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17-19 сентябрҙә Башҡортостанда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы үтте. Унда үткән йылдағы мәҙәни хеҙмәттәшлеккә йомғаҡ яһалды, берлектәге саралар пландары тикшерелде һәм БДБ илдәренең үҙ-ара эш итеүенең мөһим мәсьәләләре буйынса яңы стратегиялар әҙерләнде. Форумда Беларусь, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан бөтәһе 200-гә яҡын вәкил ҡатнашты. Билдәле мәҙәниәт, фән, спорт, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрҙәре сығыш яһаны. Мәғлүмәт сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/25011/