“Йәшәү – марафонда йүгереү кеүек ул. Аҙаҡҡаса барып етеү өсөн күп көс һәм ныҡлыҡ талап ителә. Донъяла билдәле йүгерек, марафон рекордсмены Фауджа Сингханың был һүҙҙәре минең бөгөнгө кәйефемде тулыһынса сағылдыра. Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнаштым. Быйыл ул 10-сы тапҡыр үткәрелде. Әгәр 2015 йылда финишҡа 1700-гә яҡын спортсы килһә, бөгөн турнирға Рәсәйҙең 42 төбәгенән 10 меңдән ашыу кеше йыйылды! Улар йәше, һөнәре һәм шөғөлдәре буйынса төрлө. Бөтәһен дә йүгереү берләштерҙе. Әҙерлекле спортсылар өсөн Өфө марафонының иң ҡатмарлы – 42 саҡрымға тиң дистанцияһын әҙерләнек. Башҡаларының оҙонлоғо 2, 5, 10 һәм 21,1 километр тәшкил итә. Башҡортостанда спорт менән даими шөғөлләнеүселәрҙең һаны артыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Бөгөн был күрһәткес – 2 миллиондан ашыу кеше, йәғни Башҡортостан халҡының яртыһы. Бына ошондай һөҙөмтәләр хаҡына беҙ физкультура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырабыҙ һәм уларҙы мөмкин тиклем уңайлы, ҡулай итәбеҙ. Ҙур һәм уникаль спорт объекттары төҙөйбөҙ һәм асабыҙ. Мөһим һәм ихтыяжлы проекттарға ярҙам итәбеҙ. Улар араһында – Өфө халыҡ-ара марафоны. Бындай ҡараш үҙен аҡлай. Бөгөн тотош Башҡортостан халҡының ғаиләләре менән дистанцияға сығыуын күреп, быға тағы бер тапҡыр инандым”, тип яҙҙы Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ: А.Г. Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.