Бөгөн, 22 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Геройҙар биләмәһе” Беренсе патриотик слетында ҡатнашыусылар менән осрашты. Сараны Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды ойошторҙо. Слетта 270-ләгән кеше – республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарынан сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 9-14 йәшлек 137 үҫмер һәм уларҙы оҙатып йөрөүсе ата-әсәләр ҡатнашты. Осрашыуҙы асып, төбәк етәксеһе балаларҙы сәләмләне һәм “Патриот” паркы хаҡында һөйләне. - Был парк Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың исемен йөрөтә. Ул йәш кенә, яҡты, яҡшы егет ине, иптәштәрен ҡотҡарыу өсөн гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплап һәләк булды, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, был парк тәү сиратта хәрби-патриотик йүнәлештә эшләй. Өлкән кластар һәм колледждарҙың 10 меңдән ашыу уҡыусыһы бында уҡыу күнекмәләре һәм профилле сменалар үтте. Әммә ысынында иһә “Патриот”та төрлө кешеләрҙең аралашыуы өсөн мөмкинлектәр бик күп. Был майҙансыҡта ирекмәндәр, студенттар, шул иҫәптән Мәскәүҙә уҡыған студенттар менән осраштыҡ. Бер нисә ай элек ишетеү буйынса инвалидтар өсөн Бөтә Рәсәй йәштәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашыу үткәрҙек. Башҡортостан Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн слет уҙғарыуҙың мөһимлеген билдәләне. - Эйе, һеҙ әҙерәк ауырыйһығыҙ, һаулыҡ менән бәйле проблемалар бар, әммә һеҙ – егеттәр. Күптәрегеҙ армияла хеҙмәт итмәҫ, моғайын, ләкин бының нисек булыуын ҡарау, илһөйәрлек тураһында һөйләшеү, илебеҙҙең нисек йәшәүен һәм махсус хәрби операцияла ни өсөн көрәшеүебеҙҙе аңлау һеҙгә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Күптәрегеҙҙең күңел һәм йөрәк көсө башҡаларға ҡарағанда ла ҙурыраҡ, сөнки һеҙ сирҙе, шуға бәйле ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәйһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бында уҙғарылған ике көн эсендә һеҙ хәрби техниканы ла, “Партизандар ауылын” да ҡарарға өлгөрҙөгөҙ, маскировкалау селтәрҙәре үрергә, окоп шәмдәре яһарға өйрәндегеҙ. Һеҙгә ҡыҙыҡлы булғандыр, тип уйлайым һәм “Патриот” паркына тағы килергә теләһәгеҙ, һеҙҙе ҙур теләк менән саҡырырбыҙ. Әлегә һеҙ малайҙар ғынаһығыҙ, әммә һеҙҙең ысын ир-егеттәр булып үҫерегеҙҙә шикләнмәйем. *** Артабан республика етәксеһе “Геройҙар биләмәһе” Беренсе патриотик слетында ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Хәбиров Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау һәм һауыҡтырыу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленеүен һөйләне. Мәҫәлән, октябрҙә Өфөлә илдә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ “Салют” республика реабилитация-белем биреү үҙәге асыласаҡ. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанциялы алымда белем биреү үҙәге, психолог-педагог, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге эшләйәсәк. – Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ҡалаларҙа һәм райондарҙа 18 бүлексәһе булған биш реабилитация үҙәге эшләй, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ мәҙәни, спорт объекттары төҙөүгә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең алда һәр районда бассейн булдырыу бурысы тора. Әлегә улар 14 муниципалитетта юҡ. Яҡшы спорт комплекстары ла бөтә ерҙә лә юҡ әле, ләкин уларҙы төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бынан тыш, 2025 йылда Өфө дәүләт циркын капиталь ремонтлауға тотонасаҡбыҙ. Уны бөтә балалар ҙа көтә. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан Башлығы булыу ауырмы?” тигән һорауға ла яуап бирҙе. – Был ҡатмарлы, ҡайһы бер ҙә хатта ауыр ҙа эш. Шулай килеп сыҡты: республиканы етәкләгән йылдарҙа беҙ ғәҙәттән тыш хәл режимында йәшәйбеҙ. Тәүҙә коронавирус пандемияһы булды, һуңынан махсус хәрби операция башланды. Шул уҡ ваҡытта был эш ҡыҙыҡлы ла. Әгәр ниндәйҙер һәйбәт нәмә эшләһәң, күңел шатлана, – тине Радий Хәбиров. – Төбәк Башлығы эшмәкәрлегендә иң мөһиме – кешеләрҙең тормошо яҡшырһын өсөн барыһын да эшләү. Илең, ғаиләң, балаларың, дуҫтарың алдында яуаплы булырға кәрәк. Көслө һәм изге күңелле булырға. Башҡортостан Башлығы “Геройҙар биләмәһе” патриотик слетын йыл һайын уҙғарырға һәм уны яңы саралар менән тулыландырырға ҡушты. – “Бәләкәй принцессалар балы”н үткәргәндә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән малайҙарҙы “Патриот” паркына саҡырыу идеяһы тыуҙы, – тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. – Бөгөн мин уларға бында ни тиклем ҡыҙыҡ булыуын күрҙем һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүебеҙҙе аңланым. Слетты даими уҙғарырға, күберәк балаларҙы саҡырырға һөйләштек. Бөгөн беҙ уларға ысын ир-егеттәргә ҡараған кеүек ҡараныҡ. Минеңсә, был улар өсөн бик мөһим. Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығы сайты.