Өфөләге 4-се балалар музыка мәктәбенә яңы музыкаль ҡоралдар һатып алдылар. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт“ милли проектына (национальный проект “Культура “) ярашлы тормошҡа ашырыла. “Беҙҙең уҡыусылар концерттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша алһын өсөн был шәп мөмкинлек булып тора. “Мәҙәниәт” милли проектына һәм мәҙәниәт министрына йәш һәләттәргә ярҙам иткән өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – ти мәктәп директоры Александр Черняев. Бынан тыш, мәктәптең теория өйрәнеү кабинеттары уҡыу әсбаптары менән тулыһынса йыһазландырылған. 2018 йылдан алып был уҡыу йортонда компьютер технологияларына өйрәнеү дәрестәре лә үткәрелә. Фото: “Башинформ”.