Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡасан ямғыр яуа башлар?

Башҡортостанда алдағы көндәргә һауа торошо билдәле булды. Республика синоптиктары әйтеүенсә, төбәктә йылы һәм ҡоро һауа торошо һаҡланасаҡ. Төндә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡырау төшәсәк. “Һауа температураһы йома төнөндә, 4 октябрҙә, -1,-6 градус һалҡын була, урыны менән 4 градусҡаса йылыта, көндөҙ 13, 18 градус тәшкил итәсәк”, –тип һөйләнеләр Башгидрометүҙәктә. Шәмбе, 5 октябрҙә, термометр бағанаһы шул уҡ күрһәткестәрҙе күрһәтәсәк. Был көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Оҙаҡ ваҡыт эсендә тәүге ямғырҙар йәкшәмбе көндө яуасаҡ. Тик бөтә ерҙә лә түгел, ә урыны менән һәм ҡыҫҡа ваҡытлы. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.