Эйе, был һүҙҙәр шаяртыу аша яҙылһа ла, ысынбарлыҡ шулай. Минең дә элек әхирәттәрем күп ине. “Иң яҡшы” тигәндәрем генә өсәү булды. Береһе менән балалар баҡсаһынан бергә, икенсеһе - мәктәп йылдарынан. Өсөнсөһө – студент саҡ “мираҫы”. Һәм бына 43 йәштә бер әхирәтем дә ҡалманы. Рәүилә менән күрше йәшәнек, бер балалар баҡсаһына йөрөнөк. Әсәһе һуңлаһа, ул беҙгә, минекеләр тотҡарланһа, мин уларға бара инем. Кискә тиклем рәхәтләнеп уйнайбыҙ, бер-беребеҙҙә ҡуна ҡалған саҡтар ҙа йыш булды. Иң эскерһеҙ дуҫлыҡ уның менән булғандыр. Төрлө мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында белем алһаҡ та, ара бер ҡасан да өҙөлмәне. Һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ, ярҙам итештек. Шуға күрә уның хыянаты иң ауыры булды. Эшләй башлағас, бер фатирҙа йәшәнек. Бер ваҡытта егеттәр менән дуҫлаша башланыҡ. Мин алдараҡ кейәүгә сыҡтым, ә ул, ни эшләптер, егетен ташланы. Ирем менән бер йыл да йәшәп өлгөрмәнек, ул... мине ташлап Рәүиләгә китте. Баҡһаң, беҙ дуҫлашып йөрөгән саҡта уҡ йәшенеп осрашҡандар икән. Ике иң яҡын кешемдең хыянатын
