Әнисә бала саҡтан өйҙәрендә доға тауышын ишетеп үҫте. Тәүҙә өләсәһе, унан әсәһе дингә килде. Булғанға шөкөр итеүе, ауырлыҡтарға сабыр итә белеүе лә уларҙың тәрбиәһе. Кисен йоҡларға ятҡанда әсәһенең доға уҡып ҡыҙының башынан һыйпап яратыуы ла бала саҡтың ләззәтле бер иҫтәлеге булып күңеленә уйылған. Шуға имтиханға барырға булһынмы, йәки оҙон сәфәргә сығырғамы Әнисә һәр ваҡыт әсәһенән доға уҡыта. Шул ваҡытта ул үҙен ышаныслы тоя һәм һәр ваҡыт эше лә ыңғай килеп сыға. Әсәһенең доғаларының файҙаһына ғына түгел, ҙур һаҡлау көсөнә лә эйә булыуына күптән түгел булған фажиғәле ваҡиғанан һуң ныҡлы инанды. Йәйҙең матур бер көнөндә Әнисә бер төркөм дуҫтары менән сәйәхәткә сығырға йыйынды. Уларҙың күбеһе юғары уҡыу йорто студенттары. Йәшлек дәрттәре ташып торған, аҡыллы егеттәр һәм ҡыҙҙар. Бер аҙналыҡ сәфәрҙең һәр бер көнө буйынса план билдәләнеләр, Башҡортостандың иң матур тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү ине уларҙың маҡсаты. Ауыр имтихандар тапшырғандан һуң Әнисә лә был юлға ихлас әҙерләнде