Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Минән бысраҡ эҙләп ултырмағыҙ"

Йәш йырсы Гөлназ Асаева бер ҡасан да һүҙ артынан кеҫәһенә инә торғандарҙан түгел. Кешеләр уның ҡылыҡтарынан ҡырынлыҡ эҙләгән һайын ул урынлы һәм шул уҡ ваҡытта ҡаты итеп яуабын да таба белә. Яңыраҡ ул социаль селтәрҙә һуңғы арала төшкән фотоларын күрһәтте. Унда йәш йырсы ҡыҫҡа кейемдә тора. Әлбиттә, был ҡайһы берәүҙәргә оҡшаманы һәм йәмһеҙ комментарийҙар яҙыусылар күп булды. Гөлназ яуапһыҙ ҡалманы. “Нимә генә яҙып бөтмәнеләр. Асаеваны эстраданан ҡыуырға кәрәк, Татарстан һәм Башҡортостанға уның өсөн оят тиҙәр. Миңә шул тиклем бысраҡ атыуҙары көтөлмәгән булды. Был фотосессияны яһаған саҡта барыһы ла һәйбәт кеүек тойолдо. Әлеге йәшемдә эксперименттар яһауҙың бер нимәһе лә юҡтыр. Ҡыҫҡа шортикта төшөүем менән дә бер кемгә лә зыян килтермәгәнмендер. Әммә күптәр быны оят тип һанай икән. Шунан да йыраҡ китеп булмаҫ инде беҙҙә... Минән бысраҡ эҙләп ултырмағыҙ. Тапмаҫһығыҙ. Тыйнаҡ булып ҡыланғандарҙан шикләнегеҙ”, - тине ул. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Йәш йырсыға ошондай фотолар төшөү ысынлап та насармы ни? Фото: соц селтәрҙәр.