Белеүегеҙсә, көпшә ҡурай урманда үҫә. Быйылғы йылда ямғырҙарҙың күпләп яуыуы уларға ла бик килешкән, Ирәндек тауҙарында күп осрайҙар. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылынан Илнур Дәүләтбаев ҡурай көпшәләрен йыйған. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының икенсе курсында уҡып йөрөгән улы Илдар үҙе ошо көпшәләрҙән ҡурай эшләй икән. Олатаһы, атаһы, апа, ағайҙары ла һәүәҫкәр ҡурайсы, гармунсы, йырсылар. Күптәр ағаһы Нур Дәүләтбаевтың йырҙарын ишеткәне лә барҙыр. Моңло, дәртле ғаиләлә үҫкән Илдарҙың тиҙҙән Ирәндектә үҫкән көпшә ҡурайында башҡарған көйҙәрен дә тыңларға яҙһын! Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон".