Ҡунаҡтар Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Шулай уҡ көндөң тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Президиум ағзалары менән осрашыу үтте һәм Рәсәй Федерацияһының ике субъекты парламенттары араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Осрашыуҙы асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан менән Санкт-Петербург араһындағы мөнәсәбәттәрҙең бөтә өлкәләрҙә лә үҫешеүе һәм нығыныуы хаҡында һөйләне. - Йылдан-йыл тауар әйләнеше арта, туризм тармағында, мәғарифта, фәндә, мәҙәниәттә үҙ-ара эшмәкәрлек киңәйә, предприятиелар һәм ойошмалар араһында тура бәйләнештәр булдырыла, - тине Константин Толкачев. - Һис шикһеҙ, был изге мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе илебеҙ тарихында, уның үҫеш үҙенсәлектәрендә, меңдәрсә кешеләр яҙмышында ята. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай менән Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә