Рәсәйҙең Паралимпия комитеты махсус хәрби операция ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән ярыштар үткәрә. Сара быйыл 16 – 19 октябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ата форумы барышында була. Рәсәй Паралимпия комитетының генераль секретары Андрей Александрович Строкин сараларҙа ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте: - Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла 17 – 19 октябрҙә Өфөлә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумында ҡатнашырға саҡырам. Был сара тәжрибә уртаҡлашыу, спорт үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшеү һәм физик әүҙемлек аша сәләмәтлекте алға этәреү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлеккә әйләнәсәк. Форум ваҡытында Рәсәй Паралимпия комитетының МХО ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы була. Был сара илдә хеҙмәт иткәндәргә хөрмәт күрһәтә һәм спортта, ныҡлыҡ, рух ныҡлығын күрһәтә. Башҡортостанда адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүленеүен, һаулыҡ мөмкинлектәре сикл