Белеүебеҙсә, был спорт сараһы быйыл 17 – 19 октябрҙә үткәрелә. Идара үҙәге форумдың ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн барлыҡҡа килде. Көн һайын 60-тан ашыу белгес төрлө мәсьәләләр – йәшәү, логистика, форумдың эшлекле өлөшөндә ҡатнашыу һәм башҡалар буйынса 200-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул итә. - Идара итеү үҙәге XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Уның ярҙамында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен, ярыштарҙы үткәреү кеүек башҡа мәсьәләләрҙе көйләй алабыҙ. Иң мөһиме – ҡатнашыусылар һәм форумдың маҡтаулы ҡунаҡтары өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ, - тип билдәләне Андрей Назаров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ яуаплы ведомстволарға “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумын үткәреүгә яҡшы әҙерлек үткәрергә ҡушты. - Был – быйыл республикабыҙҙағы иң ҙур сараларҙың береһе. Донъяның 100-ҙән ашыу иленән делегацияларҙың килеүе көтөлә. Был – бер нисә мең ҡунаҡ, шул иҫәптән спортсы. Тағы эшләйһе нәмәләр бар әле, - тип