Бөгөн, 3 октябрҙә, Өфөләге Колонналы залда Уҡытыусылар көнө айҡанлы матур сара уҙҙы. Унда республикабыҙҙың иң яҡшы башҡорт, рус, туған телдәр уҡытыусылары, полилингваль нигеҙҙә эшләгән белем усаҡтарының педагогтары тәбрикләнде. Алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле мөғәллимдәр араһында үткәрелгән конкурстарҙа еңеү яулаусыларға 50 мең һум күләмендәге премия тапшырылды. Быйыл конкурстың республика комиссияһына 198 эш тәҡдим ителгән. Шулар араһынан 75 башҡорт теле, 67 рус теле, 27 туған тел, 29 полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусыһы Башҡортостан Хөкүмәтенең аҡсалата дәртләндереүенә лайыҡ булды. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев асып, педагогтарға изге теләктәрен еткерҙе. – Республика етәкселеге милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлау, Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтарҙың рухи, мәҙәни, мәғрифәти үҫешенә булышлыҡ итеү йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып бара. Беҙ ошоноң менән көслөбөҙ. Ә инде уҡытыусы һөнәренә килгәндә,