Найти тему
Башкортостан 24

Иҡтисади Башҡортостан - 03.10.2024 Эт бәләһе хужала!

Иҡтисади Башҡортостан - Эт бәләһе хужала!

   Иҡтисади Башҡортостан - 03.10.2024 Эт бәләһе хужала!
Иҡтисади Башҡортостан - 03.10.2024 Эт бәләһе хужала!

Башҡортостанда берәҙәк эттәр мәсьәләһен яңы закон ярҙамында хәл итәсәктәр. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары “Хайуандар менән яуаплы мөғәлләмә итеү тураһында” законға үҙгәрештәр әҙерләне. Уға ярашлы эттәрҙе тамғалау талабы индерелә. Чип ярҙамында юғалған йәнлектең хужаһын табырға, урамға ташланған эттәрҙең кемдеке икәнен белергә мөмкин буласаҡ. Мөмкинлектәр бының менән генә сикләнмәй, сөнки тамғаланған эткә бәйле бөтә низағтар өсөн уның хужаһы юридик яуаплылыҡ аласаҡ.
Шуны лы билдәләп үтергә кәрәк, алдағы 2 йылда эттәрҙе тамғалау бушлай башҡарыла, артабан инде эт хужаһы уны үҙ иҫәбенә эшләтергә тейеш буласаҡ. Эт бәләһе хужала! Бөгөнгө тапшырыу темаһын шулай тип атарға тәҡдим итәм һәм студиябыҙ ҡунағы менән таныштырырға ашығам. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене и поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».