Ҡаңны-Төркәй ауылы мәктәбенең бер төркөм уҡыусылары педагогия хеҙмәте ветераны Мөнирә Фәхретдиноваға ярҙамға килде. Балалар дәррәү генә ихатала һәм йорт эсендә тәртип урынлаштырҙы, кемдер ер ҡаҙҙы, кемдер баҡсаны сүп-сарҙан таҙартты. Ҡыҙҙар бүлмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, туҙан һөрттө. Мөнирә Йәмғи ҡыҙы уҡыусыларға ярҙамсыл булғандары, өлкән быуынға яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Уҡытыусы уларға уҡыуҙарында уңыштар, яҡты киләсәк теләне. – Йылы һүҙ ишетеү, әйткәнеңә ҡолаҡ һалыуҙары, өй эштәрендә булышыу - ололар өсөн бик мөһим. Бындай саралар балалар өсөн дә файҙалы, сөнки өлкән быуын менән аралашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу уларға ҡарата хөрмәт һәм һаҡсыл мөнәсәбәт уята, – тип иҫәпләй уҡытыусылар. Фото: https://buzdyaknews.ru/news/zhizn-rayona/2024-09-25/uchaschiesya-kanly-turkeevskoy-shkoly-pomogayut-pozhilym-zhitelyam-sela-3944717?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=175536108