Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Элвин Грей Әбйәлилгә ни өсөн килгән?

Хәтерләһәгеҙ, былтыр, 24 октябрҙә, Әбйәлил районында йәш музыкант Артур Күсимовты һуңғы юлға оҙаттылар. Күсим ҡушаматлы Артур Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. 2015 йылдан Элвин Грейҙың (Радик Юлъяҡшин) командаһында була. Бына ошо 32 йәшендә генә арабыҙҙан киткән музыкант, йырсының ҡәберенә һәйкәл-таш ҡуйылған. Был хаҡта уның ижадташ дуҫы Элвин Грей хәбәр итә. "Ваҡыт тиҙ үтә. Тиҙҙән һинең беҙҙең арабыҙҙан китеүеңә лә бер йыл була. Беҙ бөгөн музыканттар һәм командабыҙ менән Артурҙың тыуған яғына йыйылдыҡ. Уның әсәһе, һеңлеһе, яҡын дуҫтары, туғандары бергә", - тип яҙған йырсы. Элвин Грей әйтеүенсә, Артурҙың һәйкәле уның тормошта ниндәй булғанын күрһәтеп торасаҡ. "Ижади, музыкаль, талантлы һәм йәш... Беҙ һине һәр ваҡыт шундай итеп хәтерләйәсәкбеҙ. Артурҙың барлыҡ яҡындарына ҙур рәхмәт. Рәхмәт һиңә, Күсим, барыһы өсөн дә. Тыныс йоҡла", - тип яҙа йырсы. Артабан Артурҙың рухына арнап, Ҡөрьән ашы үткәрелгән. Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"