Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йырлай-йырлай барып һәләк булған

Сит илгә ял итергә барып, үкенесле үлемгә дусар булыуын 27 йәшлек Арина. Г. ҡайҙан белһен инде... Ул дуҫ ҡыҙы менән Грузияға ял итергә барған. Тбилиси урамы буйлап йәш ҡыҙҙар «Веселые ребята» төркөмөнөң «В последний раз» йырын йырлап барған. «Нет, я не жду тебя, но знай, что я любила В последний раз, в последний раз...» Улар йырҙы йырлай-йырлай бер-береһен телефонға видеоға төшөрөп бара. Бер мәл Арина арты менән боролоп бара һәм, юлды күрмәйенсә, ер аҫты юлына йығылып төшә. Уның йығылыуы иптәш ҡыҙының телефонында асыҡ күренә. Арина ҡаты бәрелеп, шунда уҡ һәләк булған. Ни тиклем аяныслы хәл. Ял итергә барып үлеп ҡайт инде... Фото: телеграм.