Мутлашыусыларҙың ҡорбаны – күп осраҡта 30 йәштән өлкән граждандар, ә был юлы енәйәтселәр 23 йәшлек ҡыҙҙы алдаған. Өфөнөң 3-сө полиция бүлегенә баш ҡалала йәшәүсе ҡыҙҙан мутлашыу тураһында ғариза алынған. Ул 14 сентябрҙә үҙен мобиль оператор хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кешенең шылтыратыуы тураһында хәбәр иткән. “Оператор” ҡыҙға сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә һәм sms-кодты һорай. Билдәһеҙ әҙәмгә ышанып, ул Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү кодын һәм ике паролен әйтә. Шул уҡ кистә ҡыҙ Дәүләт хеҙмәттәре аккаунтына рөхсәтһеҙ инеүҙәре тураһында хәбәр ала. Ҡыҙ, хәбәргә яуап итеп, үҙ ҡоролмаһынан инеүсе булмауын белдерә. Һуңынан уға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар. Ярҙам хеҙмәтенәнмен тип таныштырған кеше ҡыҙға Үҙәк банк хеҙмәткәре менән бәйләнешкә инергә тәҡдим итә. Ул ризалаша, һәм банктан аҡса күсереү буйынса белгес шылтыратып, ҡыҙҙы кредит алырға һәм аҡсаны махсус бүлеккә күсерергә күндерә. Ҡыҙ инструкцияларҙы үтәргә банкка юллана. Банк хе