Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының ир-егеттәре бөйөк шәхесебеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡәберен тәртипкә килтереп, рәшәткәләрен буяп ҡуйҙы. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә журналист, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итте. “Төш мәлендә яңы асылған Һыу башняһы скверын күрәйек тип барһаҡ, ә унда... өмә гөрләй! Башня эргәһендә генә, Мосолман зыяратының Ағиҙел йылғаһына ҡараған бейек ярында, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ерләнгән. Туған гимназиямдың уҡытыусылары менән һөйләшеп торған арала эргәгә бер ҡыҙ килеп баҫты. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, Рәми Ғариповтың ейәнсәре, улы Азаматтың ҡыҙы Шәүрә булып сыҡты. Ул да яңы скверҙы күрергә килгән. Яңы ял биләмәһе оҡшаны, аҫҡа ҡараһаң, хозурлыҡтан баш әйләнә. Төҙөкләндереү әле дауам итә, киләсәктә бында Ағиҙел йылғаһы буйына төшә торған баҫҡыс эшләү ҡаралған”, – тип яҙҙы Рәмзиә Кәримова. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының һуңғы төйәген тәртиптә тотоу йәһәтенән хәстәрлек күргән гимназия-интернат коллективына, уның директоры Илнур Сәлиховҡа “Афарин!” тибеҙ. Сығанаҡ һәм фотолар: Рәмзиә Кәримованан.